+24 °С
Ямғыр


Район мәҙәниәт йортонда үткән "Һәләтле балалар" форумында яҡташыбыҙ, Сибай ҡалаһынан килгән махсус ҡунаҡ Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов үҙенең премияһын тапшырҙы.
Был бүләк башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада лауреаты, "Аманатҡа тоғролоҡ" номинацияһы еңеүсеһе, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының ун беренсе класс уҡыусыһы Лиана Әбделмәнова лайыҡ булды.