

Был проект ярҙамы менән республиканың төрлө нөктәләрендә үҫмерҙәр өсөн шәп майҙансыҡтар барлыҡҡа килә. «Яҡшы эштәрҙең 4 миҙгеле» проектының маҡсаты – республика үҫмерҙәрен ирекмәнлек эшмәкәрлегенә йәлеп итеү булып тора.
Йылайыр ауылында йәшәүсе 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә команда туплап бик ҡыҙыҡлы эштәр алып бара. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған темаларға аралаша һәм төрлө саралар үткәрә, акцияларҙа ҡатнаша. Күптән түгел Йылайыр үҫмерҙәре өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булып үтте – «Ғаилә» үҙәге базаһында «Изге эштәрҙең 4 миҙгеле» төбәк проектының «Йәй» миҙгеле сиктәрендә заманса йыһазландырылған «21-се быуат үҫмерҙәре» балалар йәмәғәт киңлеге асылды.
Был майҙансыҡтың барлыҡҡа килеүенә нәҡ үҙебеҙҙең үҫмерҙәр сәбәпсе лә инде. Улар «Һинең башланғыстарың» конкурсында еңеү яулай һәм 90 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам ала. Күп уйлап тормай, «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре үҫмерҙәр менән берлектә күптән уйланылған һәм маҡсат итеп ҡуйылған шәп идеяны – «21-се быуат үҫмерҙәре» балалар йәмәғәт киңлеген әҙерләүгә тотона. Тағы ла был матурлыҡты булдырыу өсөн көнъяҡ-көнсығыш «Ғаилә» халыҡ-ара үҙәгенән 20 меңлек ярҙам бүленгән.
Күп мөмкинлектәрҙе үҙ эсенә алған шәп бүлмә «Ғаилә» үҙәге бинаһында урынлашҡан. Барлыҡ уңайлыҡтары булған был майҙансыҡ киләсәк быуын вәкилдәренең үҫешенә ҙур аҙым буласаҡ, сөнки, унда үтәсәк фәһемле лә, файҙалы ла осрашыуҙар өсөн бик күп кәрәкле мөйөштәр булдырылған.
Был йәмәғәт киңлегендә үҫмерҙәр бергә күңелле аралаша ала һәм буш ваҡыттарында төрлө саралар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, фекер алышыуҙар ойоштора ала. Үҫеп килгән быуын өсөн был урын үҙ фекерен яҡларға, төрлө йүнәлештә үҙен һанап ҡарарға, сәнғәт яғынан үҫешергә һәм үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға этәргес көс буласаҡ.
Үткән аҙнала майҙансыҡты асыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Юрьевна Панчихина, Өфөнөң социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды директоры Дарина Сергеевна Панчихина, Башҡортостан Республикаһының Көньяҡ-көнсығыш «Ғаилә» халыҡ-ара үҙәге директоры Лариса Валерьевна Таекина, Йылайыр районы муниципаль район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы, хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Фәрит Фуат улы Әбделмәнов, мәғариф бүлеге методистары ҡатнашты һәм йәштәрҙең ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Майҙансыҡты асыу тантанаһында үҫмер ҡыҙҙар йәмәғәт киңлегендә төрлө ҡыҙыҡлы аралашыуҙар, һөйләшеүҙәр һәм саралар үткәреүҙәре, ҡул эштәренән мастер кластар ойоштороуҙары тураһында һөйләне.
Был киңлек Йылайыр ауылының Ленин урамы, 64 адресы буйынса урынлашҡан («Ғаилә» хеҙмәте). Унда 12-18 йәшлек үҫмерҙәр килә ала, шулай уҡ башланғыс мәктәп уҡыусылары ла сараларға саҡырыла.
Үткәреләсәк сараларҙың теҙмәһе менән «21 быуат үҫмерҙәре» төркөмөндә танышып барырға була.