Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
3 Июнь , 04:17

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хоккей командаһы

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хоккей командаһы Крутов кубогына лайыҡ булды.

1 июндә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының хоккей командаһы вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Май айында «Сириус» федераль биләмәһендә Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының хоккей командаһы Төнгө хоккей лигаһының хәл иткес матчында, 2:0 иҫәбе менән еңеп, Крутов кубогына лайыҡ булды, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.

– Был еңеү Башҡортостанға тәүге тапҡыр Төнгө хоккей лигаһының төп призын алып килде. Беҙҙең өсөн айырыуса ваҡиға, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Был һөҙөмтәләре өсөн республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының һәүәҫкәр хоккей командаһы баш тренеры Роберт Мурдускин, баш тренер ассистенты Евгений Коврацкий һәм команда капитаны Артур Хисаметдинов Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас