Башҡортостанда өс километрҙан ашыу Иҫке Туҡмаҡлы – Мәмәк юлы ремонтланды.
Был юлдан ауыл кешеләре баш ҡалаға киләБыл юлдан ауыл кешеләре баш ҡалаға килә
Кушнаренко районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә өс километрҙан ашыу Иҫке Туҡмаҡлы — Мәмәк юлы ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан.
Мәмәк ауылы янындағы участка норматив хәлгә килтерелгән. Юлсылар асфальт-бетон япманы яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм тамғалар һыҙған.
– Иҫке Туҡмаҡлы — Мәмәк юлы Кушнаренко районының 2,5 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҙур булмаған ауылдарын Р-240 федераль трассаһы, М-12 “Көнсығыш” юлы менән тоташтыра. Ошо юлдан урындағы халыҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә барып етә ала. Ремонт һөҙөмтәһендә юл күпкә хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ булды, – тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
2026 йылда Башҡортостанда йәмғеһе 200 километр самаһы юлды һәм 15 күперҙе норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылғы указына ярашлы тормошҡа ашырыла.