Ауыл уттары
+13 °С
Облачно
Новости
5 Июня , 14:08

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы һөҙөмтәләре

.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы һөҙөмтәләре Форум майҙансыҡтарында Башҡортостан өсөн бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды — был республикаға яңы инвестициялар һәм үҫеш мөмкинлектәре

▪️ «Автодор» менән хеҙмәттәшлек киңәйтелде — юл һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса яңы проекттар старт ала

▪️ «Росагролизинг» менән килешеү төҙөлдө — республикаға 10 миллиард һумлыҡ инвестиция һәм яңы ауыл хужалығы техникаһы йәлеп ителә

▪️ Хәйбулла районында «Полиметалл» проекты ғәмәлгә ашырыла — 11,6 миллиард һум инвестиция һәм 400-ҙән ашыу яңы эш урыны

▪️ Балалар спортын үҫтереү буйынса килешеү төҙөлдө — триатлон өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм тренерҙар әҙерләү ҡаралған

▪️ Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы эсемлек етештереүсе предприятиеларға инвестициялар йәлеп ителә — етештереү күләме арттырыла һәм яңы продукция төрҙәре үҙләштерелә

▪️ «Росагролизинг» компанияһы менән килешеү һөҙөмтәһендә — эш урындары, республика бюджетына өҫтәмә килем һәм ауыл хужалығы өсөн яңы мөмкинлектәр 

Килешеүҙәр Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә һәм халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас