Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында дөйөм инвестициялар күләме 112 миллиард һум менән 35 килешеү төҙөнө.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә вице-премьер-иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
ПМЭФ майзансығында ҡул ҡуйылған төп килешеүҙәр иҫәбендә – “Полиметалл” компанияһы менән капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү. Ул Хәйбулла районында Яңы Петровск ятҡылығын эшкәртеүҙең төп шарттарын нығыта.
Бынан тыш, форум сиктәрендә “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәте менән агротехнологик хеҙмәттәрҙе үҫтереү буйынса килешеү һәм “Салауатбыяла” акционерҙар йәмғиәте менән предприятиеның етештереү линияһын модернизациялау тураһында килешеү төҙөлдө.