Ауыл уттары
+20 °С
Дождь
Новости
9 Июня , 18:09

Эшләп йөрөүсе ата-әсәләрҙең балаларына аҡса биреләсәк

9 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткәргән оператив кәңәшмәлә балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының яңы саралары тикшерелде.

Пенсия һәм социаль страховкалау фондының республика бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов хәбәр итеүенсә, төбәктә 264 мең балаға 130 меңдән ашыу ата-әсә бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле берҙәм пособие ала. Яңы ярҙам саралары иҫәбендә – 18 йәшкә тиклемге йәки көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән эшләүсе ата-әсәләр өсөн ғаилә түләүҙәре.

Ул түбән килемле ғаиләләргә йыл һайын уҙған йыл өсөн түләнгән физик шәхестәрҙең килеменә һалымдың бер өлөшөн ҡапларға мөмкинлек бирәсәк. Түләү ике ата-әсәгә лә билдәләнә ала. Мөһим шарт – алимент буйынса бурыстар, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителеү йәки сикләү булырға тейеш түгел.

Ғаилә түләүенә ғаризаны йыл һайын 1 июндән 1 октябргә тиклем тапшырырға мөмкин. Республикала 40 меңдән ашыу кеше үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланған да инде.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас