Ауыл уттары
+16 °С
Облачно
Новости
10 Июня , 11:20

Радий Хәбиров Башҡортостан ирекмәндәре лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты

10 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Ирекмәндәре лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты. Төбәктең 300 иң әүҙем ирекмәне Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркына йыйылды.

Төбәк етәксеһе республиканың ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе.

– Арыу-талыу белмәй эшләүегеҙ, илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн ысын йөрәктән күп эштәр башҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт. Добро.рф федераль порталында ғына төрлө йәштәге яҡынса 200 мең самаһы ирекмән теркәлгән, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө саралағы иң өлкән ҡатнашыусыға – 62, ә кесеһенә 14 йәш. Һеҙ беҙҙең өсөн – ҙур һәм бик мөһим көс. Һуңғы ваҡытта иңегеҙгә күп эштәр ятты. Был коронавирус эпидемияһы ла, урман янғындарына ҡаршы көрәш тә, Ҡара диңгеҙ ярын таҙартыу ҙа.

Радий Хәбиров ирекмәндәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙәге ролен юғары баһаланы.

– Президентыбыҙ, махсус хәрби операцияның маҡсаттарына өлгәшергә тейешбеҙ, тине. Тимәк, беҙ был эште башҡарасаҡбыҙ. Башҡаса булмай. Был ауыр, һәм бурыс ябайҙан түгел. Әгәр беҙ ҡушылһаҡ, көстәребеҙҙе туплаһаҡ, барыһы ла килеп сығасаҡ. Һәр беребеҙҙең үҙ бурысы бар. Һеҙ яҡшы уҡырға һәм яҡшы эшләргә тейешһегеҙ. Мин, төбәк етәксеһе булараҡ, яугирҙарыбыҙ ҡайтып, беҙҙең эшһеҙ ултырмағанды күрһен өсөн, иҡтисадты үҫтерергә тейешмен. Ошо осраҡта ғына алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы үтәйәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. – Ирекмәндәр алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙ көтөп алған гуманитар ылауҙар ойоштороуға ҙур өлөш индерә. Уларҙан да һеҙгә ҙур рәхмәт. Бергәләп ЕҢЕҮ ӨСӨН БАРЫҺЫН ДА эшләйбеҙ.

***

 

 

Артабан Радий Хәбиров ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемселәре менән аралашты һәм «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәләрен тапшырҙы.

– Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып ирекмәндәр эшмәкәрлегенә гарантиялар тураһында закон ҡабул иттек, 2020 йылда почет билдәһен булдырҙыҡ. Беҙҙең бурыс – һеҙ уңайлы һәм хәүефһеҙ эшләһен өсөн, шарттар булдырыу, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Радий Хәбировтан, биш-ете йылдан ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур буласаҡ, тип ҡыҙыҡһынды.

– Тәү сиратта был һанлы технологиялар һәм яһалма зиһен менән бәйле йүнәлештәр. Донъя үҫешә, һәм беҙгә лә көнәркәшлеккә һәләтле булырға кәрәк, юғиһә артта ҡаласаҡбыҙ. Йәш быуын мәктәптәрҙә үк яһалма зиһен менән эшләү серҙәренә төшөнөргә тейеш, – тип яуапланы төбәк етәксеһе. – Шулай уҡ роботлаштырыуҙы, биотехнологияларҙы, яңы дауалау ысулдарын, кеше организмының мөмкинлектәрен тикшереүҙе үҫтереү менән бәйле һөнәрҙәр талап ителәсәк.

Төбәк етәксеһе ниндәй уңыштар менән ғорурлана тигән һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров, ил өсөн ауыр осорҙа тыуған республикабыҙға һәм уның халҡына хеҙмәт итеүе, улар менән бергә килеп тыуған һынауҙарға ҡаршы тороуы хаҡында белдерҙе.

Республикала ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү тураһында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы эшмәкәрлектең сифатын арттырыуҙың һәм уға ярҙам итеү өсөн яңы саралар булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне.

 

– Бөгөнгө кеүек сараларҙы һәр муниципалитетта үткәрергә тәҡдим итәм. Шулай уҡ яңы ҡушылған ирекмәндәр өсөн семинарҙар үткәрергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Йыйылып аралашырға үҙ урынығыҙ булһын өсөн, инфраструктураны үҫтереү тураһында ла уйланыу мөһим.

Осрашыуҙа яңғыраған һорауҙар иҫәбендә – хәрби хәрәкәттәр ветерандары хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү буйынса саралар.

– Республика буйлап эш сәфәрҙәрем барышында һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашам. Муниципалитеттарҙа мемориалдар булдырыу хаҡында һөйләшәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Өфөлә Зорге урамында, Спорт һарайы алдында ҙур мемориал асырға ниәтләйбеҙ. Конкурс иғлан итәбеҙ, проект һайлайбыҙ. Әлегә республикала тематик аллеялар һәм исемле ағастар ултыртабыҙ.

Башҡортостан Башлығы Ишембайҙан килгән ирекмәндең һаулыҡ үҙенсәлектәре булған балалар өсөн студия асыу тураһындағы башланғысын хупланы һәм муниципалитетҡа был тәҡдим өҫтөндә эшләргә ҡушты.

Радий Хәбиров туризмды үҫтереү темаһына ла аңлатма бирҙе.

– Ғаиләбеҙ менән республиканың бик күп матур урындарында булдыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙҙә сәнәғәт мираҫы исемлегенә ингән бер нисә объект бар, уларҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Был Ишембай районындағы Верхотор ауылы, Мәләүез районындағы Боронғо Воскресенское ауылы. Һуңынан Белорет районына күсәбеҙ һәм унда элекке Тирлән заводы биләмәһен төҙөкләндерәсәкбеҙ. Тағы ла бер ҙур проект – Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейы.

Осрашыуҙа шулай уҡ экологик ирекмәнлекте үҫтереү, ирекмәндәр өсөн сараларға транспортты финанслау, вуз-ара студенттар кампусы сиктәрендә университеттарҙың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге, Салауатта кинотеатр һәм Дүртөйлөлә Боҙ һарайы төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.

***

Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе осрашыуҙың төп йомғаҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Һәр нормаль кешелә ниндәйҙей яҡшылыҡ эшләү теләге була. Ирекмәнлек – ул йәмғиәтебеҙҙең, халыҡтың заман һынауҙарына яуаптары. Ирекмәндәр һаны коронавирус эпидемияһы ваҡытында, ә аҙаҡ махсус хәрби операция осоронда ҡырҡа артты. Беҙҙең бурыс – уларҙың эшен айырым бер тәртипкә һалыу, өйрәтеү һәм ярҙам итеү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Бөгөн миңә ирекмәндәребеҙҙе ишетеү, уларға нимә менән ярҙам итә алыуыбыҙҙы аңлау мөһим ине.
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас