Ауыл уттары
+18 °С
Облачно
Новости
12 Июня , 10:43

Ҡыяр мул уңыш бирһен өсөн нимә менән ашларға?

Уңыш бирә башланымы, ҡыярҙарығыҙ...

Ҡыяр мул уңыш бирһен өсөн нимә менән ашларға?Ҡыяр мул уңыш бирһен өсөн нимә менән ашларға?
Ҡыяр мул уңыш бирһен өсөн нимә менән ашларға?

Ҡыяр мул уңыш бирһен өсөн нимә менән ашларға?

Икмәк

Бер биҙрәнең 2/3 өлөшөнә ҡара икмәк һалып, өҫтөнә һыу ҡоябыҙ ҙа икмәк өҫтөнә йә таш, йә кирбес һалабыҙ. Биҙрәне йылы урынға, мәҫәлән, теплицаға 7 – 10 көнгә ултыртып ҡуябыҙ.

Көл

10 аш ҡалағы көлдө 5 литр һыу менән бутап, шулай уҡ 7 – 10 көнгә ҡалдырабыҙ. Даими рәүештә көл тоноғон болғап торор кәрәк.

Әсетке

10 грамм ҡоро әсеткене 10 литр һыуҙа иретәбеҙ. Был шыйыҡсаға 2 аш ҡалағы шәкәр өҫтәргә кәрәк. 2-3 сәғәттән 50 литр һыу өҫтәп ҡулланырға була.

Тауыҡ тиҙәге

Ҙур һауыттың 1/3 бер өлөшөнә тауыҡ тиҙәге һәм һыу һалып, шулай уҡ йылы ергә 3-4 көнгә ултыртабыҙ. Даими рәүештә шыйыҡсаны болғап торорға кәрәк. Әҙер ашламаны 1/3 дәүмәлендә һыу өҫтәп ҡоябыҙ. 1 квадрат метр майҙанға яҡынса 1,5 литр ашлама эләгергә тейеш.

Зеленка һәм йод

Онло ысыҡтан иң шәп ярҙамсылар. 9 литр һыуға 1 литр һөт һәм 10-12 тамсы йод өҫтәйбеҙ ҙә әҙер шыйыҡсаны һибәбеҙ.

Тамырҙар серегәндә бер биҙрә һыуға 10 тамсы зеленка өҫтәп, үҫентеләргә һиптереп сығырға кәрәк.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас