Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Новости
15 Июня , 09:25

Беҙҙең ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәтте

Гәлсәр менән Розалияға сара бик оҡшаны.

Беҙҙең ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәттеБеҙҙең ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәтте
Беҙҙең ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәтте

8 июндән алып 10 июнгә тиклем «Патриот» паркы Башҡортостандың 300 әүҙем йәштәре өсөн бик күңелле осрашыу урынына әйләнде.


«Йәштәр һәм балалар» проектына ингән «Беҙ бергә» төбәк инициативаһы сиктәрендә ҡатнашыусыларға ҡиммәтле тәжрибә, сағыу тойғолар һәм яңы танышлыҡтар бүләк иткән масштаблы форум үтте.


Был сарала беҙҙең районды лайыҡлы күрһәткән иң әүҙем ирекмәндәребеҙ – Гәлсәр Килдебаева һәм Розалия Атанбаева ла ҡатнашты. Форумдың өс көнө тиҙ үтеп китте, әммә ҡатнашыусыларҙың барыһында ла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Унда үткән һәр минут яңы белемгә, ижадҡа һәм команда менән берҙәм булыу тойғоһона тулы булды.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас