

Был музейҙың «Теләктәр һәм тәҡдимдәр дәфтәре»ндәге яҙыуҙарҙан да күренә. Улар күп. Тотош делегация менән килеүселәр ҙә, Ишмулланың талантына ғашиҡ айырым кешеләр ҙә данлыҡлы яҡташыбыҙ, уның музейы тураһында үҙҙәренең ихлас теләктәрен яҙып ҡалдырғандар. Шулар араһында танылған ҡурайсылар Рәсүл Ҡарабулатов, Йошкар-Ола ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ (Баймаҡ районының Алғаҙы ауылынан) Муса Нурдәүләтов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимов, илебеҙҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, ҡурайсының ҡыҙы Шәүрә Дилмөхәмәтова кеүек билдәле шәхестәрҙең яҙыуҙары музей өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Район хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.Р.Солтангәрәев, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире А.А.Сухов музейға йыш килеп торалар, уның матди-техник базаһын нығытыуға хәлдәренән килгәнсе ярҙам итергә тырышалар.
Район Советы депутаты, урындағы эшҡыуар А.Е.Бусарев был музейҙың матди базаһын нығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ район Советы депутаты, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы ауылдашыбыҙ Х.В.Исҡужин, Йылайыр урмансылығы начальнигы И.Н.Игебаев, урындағы эшҡыуар Бүләк Әптиков, Матрай ауыл биләмәһе башлығы Р.М.Йәрмөхәмәтов төрлө саралар үткәреүҙә матди ярҙамдарынан айырмай. Ошондай ярҙам арҡаһында әүҙем генә эшләй башлаған музей үҙе лә түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса планды үтәй һәм арттырып үтәй башланы. 2025 йылда, мәҫәлән, музей кассаһына план буйынса 5000 һум урынына 5500 һум аҡса керҙе. 2024-2025 йылдарҙа музейҙа Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльбрус Ниғмәтуллин, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Кирилл Первов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Д.М.Юланов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Д.Шәрипов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимов, район прокуроры И.М.Йәрмөхәмәтов, Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәрҙәре Рифат Йәмлихин, Динар Абдуллин, Гөлсөм Бикбулатова, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡыҙы Шәүрә һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр килеп китте. Сибай ҡалаһынан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Б.М.Шәрипов музейға 25 кешенән торған ҙур делегация алып килгән ине. Яҡын-тирә ауылдарҙан, күрше район-ҡалаларҙан да Ишмулла Дилмөхәмәтовтың музейын күрергә килеүселәр һаны ла артҡандан-арта бара. Ә үҙҙәренең уҡыусыларын музейға йыл һайын алып килгән Ш.Бабич исемендәге гимназия, Матрай урта, Япарһаҙ башланғыс мәктәбе уҡытыусыларына айырыуса рәхмәтлебеҙ. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең музей ишектәре һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ.
Буранбай ДИЛМӨХӘМӘТОВ, музей экспонаттарын һаҡлаусы.