Ауыл уттары
+20 °С
Ясна
Новости
4 Июль , 11:50

Дүртөйлө районында «Ҡанатлы ат» ат спорты фестивале үтте

4 июлдә Дүртөйлө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡанатлы ат» ат спорты фестивалендә булды. Муниципалитетта 2023 йылдан алып уҙғарылған сарала Рәсәй төбәктәре, шулай уҡ Белоруссия һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре ҡатнашты.


Фестиваль йылдағыса «Арғымаҡ» ат спорты комплексы майҙансығында ойошторолдо. Сара күрһәтмә сығыштарҙы һәм тройкалар парадын, пониҙарҙа ярыштарҙы, таҙа ҡанлы һәм ярым таҙа ҡанлы ат сабыштарын үҙ эсенә алды.

Башҡортостан Башлығы байрамды асыу тантанаһында сығыш яһаны һәм Дүртөйлө районының иң яҡшы белгестәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Республикабыҙҙың йылҡысылыҡ традицияларын һәм ғөмүмән тоғро тормош юлдашыбыҙ булған атҡа ҡарата һөйөүҙе үҫтергән фестивалдә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – тине Радий Хәбиров. – Муниципалитет халҡына намыҫлы хеҙмәте, әүҙемлеге, изгелек һәм дуҫлыҡ сифаттары өсөн рәхмәт белдерәм. Дүртөйлө районы бик ныҡлы – тәү сиратта оҙаҡ йылдар Башҡортостандың бөтә халыҡтары менән татыу йәшәгән тырыш кешеләре, ысын патриоттары менән. Был яҡты, шатлыҡлы көндә Дүртөйлө районына, республикаға, бөтә ҙур илебеҙгә именлек һәм уңыштар теләйем.
Фестивалдә ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән шулай уҡ сенатор Олег Голов һәм муниципалитет башлығы Риф Йосопов мөрәжәғәт итте.

Артабан сараны спортсыларҙың сығыштары, таҙа ҡанлы аттар парады һәм ярыштар дауам итте.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы призына ярыш еңеүселәренә наградалар тапшырҙы. Беренсе урынды – Булат Голд ҡушаматлы айғырҙа Шишмә районы вәкиле Фидан Ғәйфуллин, икенсе урынды Чермен ҡушаматлы айғырҙа Дүртөйлө районынан Вадим Сәлимханов, ә өсөнсө урынды Ҡаҙағстан спортсыһы, Эстетик ҡушаматлы айғыр жокейы Ришат Мостафин яуланы.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ биләмәләр үҫешендә брендлы фестивалдәрҙең әһәмиәтле ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Ваҡиғалы саралар бик мөһим. Мин фестивалдәрҙе исем өсөн үткәреү яҡлы түгелмен. Шуға күрә сараға дөрөҫ мәғәнә һалыныуы, үҙ иҡтисадына эйә һәм кешеләргә ҡыҙыҡлы булыуынан сығып эш итергә кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Бөгөн ат байрамына район халҡы ғына йыйылманы, ә тотош республиканан ҡунаҡтар һәм хатта күршеләребеҙ ҙә килде. Тимәк, был фестивалде кешеләр яратып өлгөргән.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас