Дөйөм майҙаны 5,4 мең квадрат метрлыҡ ике ҡатлы спорт комплексы хоккей, фигуралы шыуыу менән шөғөлләнеү һәм һауыҡтырыу саралары үткәреү өсөн ябыҡ боҙ майҙансығын, шулай уҡ кейем алмаштырыу бүлмәләрен, массаж һәм медицина кабинеттарын, административ биналарҙы үҙ эсенә аласаҡ. Бынан тыш, эргә-тирәләге биләмә төҙөкләндерелә, йәйәүлеләр өсөн һәм бинаға илтеүсе юлдар рәтләнә.
Подрядсылар нигеҙ ҡороу өсөн ер эштәрен башҡарған һәм свайлы нигеҙҙе монтажлаған да инде. Артабан төҙөүселәр монолит конструкциялар ҡуйыуға тотона.
Республикала спорт инфраструктураһын үҫтереүгә етди иғтибар бүленә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Беҙҙең әле шөғөлләнәһе эштәр бар. Нимәгә тотонабыҙ, барыһын да мотлаҡ эшләйбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Дүртөйлөләге боҙ аренаһы республика буйынса иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ.
Төбәк етәксеһе Дүртөйлөлә шулай уҡ ҙур бассейн төҙөү мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.