Ауыл уттары
+20 °С
Ясно
Новости
4 Июля , 11:45

Радий Хәбиров Дүртөйлөлә Иванай баҡсаһын төҙөкләндереү барышын ҡараны

4 июлдә Дүртөйлөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Иванай баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре» йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Инициатива муниципалитеттың «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулауы һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла.


Иванай алма баҡсаһы Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан һәм Дүртөйлөнөң төп иҫтәлекле урындарының береһе һанала. Баҡсаға 1950 йылдарҙа Иванайҙа нигеҙ һалына, аҙаҡ был ауыл ҡала составына инә.

Төҙөкләндереү эштәре 2026 һәм 2027 йылдар дауамында ике этапта башҡарыласаҡ. Реконструкцияға федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 193 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткәндәр.

Баҡса биләмәһендә йәйәүлеләр өсөн юлдар һалыу, быуаны һәм яр буйын төҙөкләндереү, пирстар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, һыу буйында ял итеү урындары һәм ваҡиғалар зонаһы булдырыу планлаштырыла. Бында шулай уҡ инженер селтәрҙәрен яңыртырға, заманса яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары ҡуйырға, биләмәне өҫтәмә йәшелләндерергә ниәтләйҙәр.

Төҙөүселәр биләмәне таҙартып сыҡҡан һәм вертикаль планлаштырыуҙы тамамлаған тиерлек. Әле юлдар, спорт майҙансыҡтары һәм тротуарҙар өсөн нигеҙ ҡороу эштәре бара.

Дүртөйлөләр уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында беренсе тапҡыр ғына еңеү яуламай, тип билдәләне Радий Хәбиров.

– Бындай һәр уңыш – ул финанслау ҙа, ижад өсөн киңлек тә. Минеңсә, һөҙөмтәлә ҡала үҙе лә, тотош район да үҙгәрә. Киләһе йылда баҡсаны яңыртыу эштәрен тамамлайбыҙ, һәм Дүртөйлө халҡы яҡшы ял урынына эйә буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе конкурста ҡатнашыу өсөн республика тағы 12 ғариза ебәрҙе. Бында беҙҙең Ҡалаларҙы үҫтереү институты айырыуса әһәмиәткә эйә – ул ижади әйҙәүсе булып сығыш яһай һәм бик әүҙем эш алып бара.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас