Ауыл уттары
+17 °С
Дождь
Новости
15 Июля , 13:54

Яғыулыҡ мәсьәләһе нисек

Яғыулыҡ кризисы буйынса көн һайын үткәрелгән брифингта оптимизм өсөн сәбәп булырлыҡ һандар яңғырай. Кисә Өфөләге заправкаларҙа ике меңгә яҡын автомобиль сиратта торған. Бөгөн – 1300. Сират кәмей, ләкин проблема һаҡлана, айырыуса райондарҙа, тип хәбәр иттеләр брифингта.

Яғыулыҡ мәсьәләһе нисекЯғыулыҡ мәсьәләһе нисек
Яғыулыҡ мәсьәләһе нисек

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко раҫлауынса, республикала бензин бар, хәҙер төп бурыс — запастарҙы һаҡлау ғына түгел, баҙарҙы туйындырыу.

Иң көсөргәнешле хәл — республиканың көньяғында. Спикер һүҙҙәренсә, Мәләүез һәм Күмертау райондары ҡатмарлы булып ҡала. Бының бер сәбәбе улар аша ял итеүселәрҙең күп йөрөүендә. Иглинда һаман да ауыр.

Тыщенко урындағы чат булдырырға тәҡдим итә, унда халыҡ тиҙ арала бензиндың ҡайҙа булыуын һәм ҡайҙа юҡлығын белә ала. Шишмәлә лә проблемалар бар. Министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, урындағы халыҡ Өфөгә йәки күрше ҡалаларға яғыулыҡ тултырырға барырға мәжбүр.

АИ-95 бензинын баҙар 92 менән туйынғандан һуң ғына сығара башлайҙар. Әлегә яғыулыҡты һауыттарға һатыу буйынса сикләүҙәр һаҡлана. Тыщенко билдәләүенсә, был мәжбүри, әммә дөрөҫ сара.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас