+16 °С
Ясно


1-се ысул – аш һеркәһе менән Банканың эсенә ярты стакан аш һеркәһе ҡойоғоҙ ҙа, ҡапҡасын ябып, яҡшы итеп һелкетегеҙ. Һеркә банканың бөтә эске өҫтөнә лә тейергә тейеш. Бер үк аш һеркәһен 20-ләгән банканы эшкәртеү өсөн ҡулланырға мөмкин. Артабан банкаларҙы ауҙарып ҡуйып, киптерергә генә ҡала.
2-се ысул – духовкала Таҙа банкаларҙы һалҡын духовканың рәшәткәһенә урынлаштырығыҙ. Унан һуң духовканы 100 градусҡа тиклем йылытып, банкаларҙы 20–25 минут тотоғоҙ. Һүндергәс, бер аҙ һыуыныуын көтөгөҙ ҙә, һаҡ ҡына алып ҡулланығыҙ.
Ә һеҙ банкаларҙы ниндәй ысул менән стерилләштерәһегеҙ? Үҙегеҙҙең серҙәр менән дә бүлешегеҙ!