+12 °С
Облачно


Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Хендай Солярис» автомобилен кинәт маневр яһаған өсөн туҡтата. Водитель менән һөйләшкән ваҡытта автоинспекторҙар уның иҫерек булыуын аңлап ҡала.
Башҡортостан ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, водитель төрлөсә хәрәкәттәр яһап, үҙенең айыҡ икәнлеген иҫбатларға маташа. Әммә уны тикшереү һөҙөмтәһендә ҡанында 1,286 промилле алкоголь булыуы асыҡлана.
39 йәшлек ир транспортҡа идара итеүҙән ситләтелгән, машинаһын махсус туҡталҡаға оҙатҡандар. Водителгә ҡарата административ эш асылған.
Бынан алда Башинформ Белоретта йәшәүсе ирҙең ялған таныҡлыҡ өсөн хөкөм ителеүе хаҡында яҙғайны.
Фото: Владимир Севастьянов