“Үҙәк Николаевка балаларын ғына түгел, тирә-яҡтағы ауылдарҙа йәшәүсе үҫмерҙәрҙе лә үҙенә тартасаҡ”, – тине Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанова.
Өфө районының Николаевка ауылындағы 7-се китапхана базаһында, “Ғаилә” милли проектына ярашлы, балалар мәҙәниәт- ағартыу үҙәге асыласаҡ.
Йыһаздар, ҡорамалдар һәм 732 дана яңы әҙәби баҫма һатып алынған да инде. Үҙәккә килеүселәр ижади проекттарҙа ҡатнашасаҡ, арт-объекттар төҙөйәсәк, уйындар барышында белемгә эйә буласаҡ.
“Үҙәк Николаевка балаларын ғына түгел, тирә-яҡтағы ауылдарҙа йәшәүсе үҫмерҙәрҙе лә үҙенә тартасаҡ”, – тине Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанова.
Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота..Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.