Благовещен районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә...
“Урман һаҡлаусы” урман янғындары видеомониторингы комплексы Благовещен районында” “Экологик именлек” милли проектына ярашлы эшләй башланы. Был хаҡта Благовещен районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Яңы комплекс 25 километр арауыҡтағы төтөн сығыу осраҡтарын асыҡлай һәм диспетчерҙар хеҙмәттәренә 200 метрға тиклем ут сығыу осрағын тапшыра ала. Был тәьҫир итеү ваҡытын күпкә ҡыҫҡарта һәм янғын башланған мәлдә янғын һүндереүселәрҙе ебәреү мөмкинлеген бирә. Төбәктә барлығы 25 “Урман һаҡлаусы” комплексы бар. Быйыл уларҙың һаны тағы 47-гә артасаҡ.
- Благовещен районында “Урман һаҡлаусы” комплексын ҡуйыу урман фонды мониторингын һөҙөмтәле алып барырға, янғын осраҡтарын тиҙерәк асыҡларға булышлыҡ итәсәк. “Ҡыҙыл әтәс” тиҙерәк асыҡланһа, уның таралыуына юл ҡуймау, урман ресурстарын һаҡлау һәм урында йәшәүселәр хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөмкинлектәре артасаҡ, - тип белдерҙе Благовещен районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Антон Медведев.
“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны кешеләргә уңайлыраҡ итә.
Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.