«Беҙ үҙебеҙҙең предприятиеларға һөжүм иткән пилотһыҙ осоусы дрондарҙы бәреп төшөрҙөк. Өфөнөң сәнәғәт зонаһына дрон ҡалдыҡтары төштө. Янғын һүндереүселәр әлеге ваҡытта унда янғынды һүндерә. Иң мөһиме, бер кем дә һәләк булманы һәм йәрәхәтләнмәне», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарын коммерция маҡсатында фотоға һәм видеоға төшөрөү тыйыла. Республика Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указды боҙоу административ штраф менән янай. Физик шәхестәр өсөн штраф күләме өс меңдән биш мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 10 меңдән 30 меңгә тиклем, ә юридик шәхестәр өсөн 100 меңдән 500 мең һумға тиклем етә.
Дошман социаль селтәрҙәрҙәге һәр мәғлүмәтте ентекле күҙәтә. Интернетта баҫылған фотоһүрәттәр уларға сираттағы һөжүмде көйләргә һәм артабан мөмкинлеген бирә. Һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ.
Бынан алда РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы быға тиклем дрондар һөжүменән һуңғы эҙемтәләрҙе фотоға төшөрөү тыйылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
«Фотоһүрәттәрҙә хәрби объекттарҙың, һауа һөжүменән һаҡланыу стратегик системаһының, инфраструктура объекттарының урынлашҡан урыны йәки башҡа мөһим мәғлүмәттәр күрһәтелгән осраҡта яуаплылыҡ административ хоҡуҡ боҙоу даирәһенән ситкә сығыуы мөмкин. Был осраҡта дәүләткә хыянат итеү, террористик эшмәкәрлеккә ярҙам итеү һәм Ҡораллы Көстәрҙең эшмәкәрлеге тураһында ялған мәғлүмәт таратыу статьялары буйынса енәйәт эше асылырға мөмкин», — тип хәбәр иттеләр именлек хеҙмәтенән.