Ауыл уттары
+12 °С
Ясно
Новости
6 Августа , 04:11

Өфөлә йәшәүсе ҡатынға МАХ-та кешене рәнйеткән өсөн штраф һалғандар

2026 йылдың майында Өфөлә йәшәүсе 40 йәшлек ҡатын МАХ ҡушымтаһында аралашҡан әңгәмәсеһен кәмһетә. Уның намыҫын һәм абруйын төшөргән һүҙҙәр яҙа. Был хаҡта Башҡортостандың Юғары суды хәбәр итә.

Өфөлә йәшәүсе ҡатынға МАХ-та кешене рәнйеткән өсөн штраф һалғандарӨфөлә йәшәүсе ҡатынға МАХ-та кешене рәнйеткән өсөн штраф һалғандар
Өфөлә йәшәүсе ҡатынға МАХ-та кешене рәнйеткән өсөн штраф һалғандар

 Был хаҡта Башҡортостандың Юғары суды хәбәр итә.

Был хәл Өфөнөң Калинин районы буйынса 10-сы суд участкаһында ҡарала. Ҡатын үҙенең ғәйебен таный һәм ҡылығы өсөн үкенеүен белдерә. Шуға ҡарамаҫтан, мировой судья уға өс мең һум күләмендә штраф һала.

Быға тиклем Өфөлә бер ир үҙ ҡыҙын үлтереү менән янаған өсөн хөкөм ителгәйне. Тулыраҡ ошо хаҡта «Башинформ» яҙмаһында уҡығыҙ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас