«Салауат Юлаев» хоккей клубы генераль директоры Ринат Бәширив «Честно говоря» тапшырыуына биргән интервьюһында команданың яңы миҙгелгә әҙерлеге һәм маҡсаттары хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн клуб республика хөкүмәте ярҙамында килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итә.
«Финанс ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙҙең маҡсаттар һәр саҡ юғары. Төп маҡсат — Кубок Гагаринын яулау. Чемпионат башланыр алдынан республика етәкселеге беҙҙең алдыбыҙға бурыстар ҡуя. Август аҙағында директорҙар советы ултырышы үтәсәк, һуңынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашасаҡбыҙ. Шунда тренерҙар штабына, командаға һәм беҙгә бурыстар ҡуйыласаҡ», — тип белдерҙе Ринат Бәширов.
Шулай уҡ «Салауат»тың генераль директоры ни өсөн быйыл командала яңы килешеүҙәр аҙ булыуын аңлатты.
«Республика етәкселеге ярҙамы менән беҙҙең команда нығынды, ул былтырғынан күпкә көслөрәк. Шуға күрә беҙ яңы килешеүҙәрҙе күп төҙөмәнек. Егеттәр үҙҙәренең яңы ролдәренә күнекте. Йәштәр үҫеп сыҡты, беҙ «Торос» һәм «Толпар» командаларынан егерме хоккейсыны саҡырҙыҡ. Көйәрмәндәрҙе ҡыуандырырбыҙ тип ышанабыҙ», — тине Баширов.
Бынан алда Башинформ «Салауат Юлаев»тың яңы тренерҙар штабы төҙөлөүе хаҡында яҙғайны.