Ауыл уттары
+19 °С
Ясно
Новости
12 Августа , 11:15

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим ҡарарҙар

 Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Хәрбиҙәр Илвир Нуриев һәм Илдар Рәжәпов Шайморатов генерал орденына лайыҡ булды. Шайморатов генерал миҙалдары менән взвод командиры Урал Дәүләтшин һәм операцион шәфҡәт туташы Ләйсән Ергизова бүләкләнде.


🛡️ Башҡортостанда Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальонына ярҙам күрһәтеләсәк. Яңы батальон МХО ветерандары инициативаһы буйынса булдырыла. Республика етәксеһе белдереүенсә, ғаризалар бар ҙа инде, ойоштороу буйынса һорауҙарҙа булышлыҡ итеү кәрәк.

🚁 Санитар авиация бер аҙна эсендә алты кешене, шул иҫәптән биш баланы, республиканың төп дауаханаларына эвакуациялаған. «Сәләмәт республика» акцияһы сиктәрендә табиптар быйыл 325 ауылда 151 меңдән ашыу кешене ҡабул иткәндәр. 168 кеше яман шеш осрағына тикшереүгә ебәрелгән.

⛲ Башҡортостандың биш проекты уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса федераль конкурста еңеү яуланы һәм 443 миллион һум күләмендә финанслау аласаҡ. Быйыл Стәрлетамаҡ, Туймазы, Благовещен, Яңауыл ҡалалары һәм Малаяҙ ауылы еңеүсе тип танылды.

🌾 Игенгә хаҡтар түбән булыу сәбәпле, республика аграрийҙарына әлегә ашлыҡ һатыуҙы туҡтатырға һәм иғтибарҙы майлы культураларға йүнәлтергә кәңәш иттеләр. Быйылғы уңыш 1,14 миллион тоннанан ашып киткән. Урып-һуғыу эштәрендә Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Саҡмағош райондары алда бара.

⛽ Радий Хәбиров, пилотһыҙ аппараттарҙың даими һөжүменә ҡарамаҫтан, республикала яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәй, тип белдерҙе. Ниҙер зыян күрә икән, барыһы ла ваҡытында ремонтлана, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

🚌 Ярты йылда «НЕФАЗ» 785 пассажир автобусы сығарған, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 51 процентҡа күберәк. Төбәк Башлығы «НЕФАЗ»дың иң юғары технологиялы предприятие булыуын билдәләне һәм, республика артабан да ҡалаларыбыҙ өсөн яңы пассажир транспорты һатып алыуҙы дауам итәсәк, тине.

📦 «Халыҡ фронты» активистары 2026 йылда махсус хәрби операция биләмәһенә Башҡортостандан 68 гуманитар ылау оҙатҡан. Был хаҡта ойошманың төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин хәбәр итте. Радий Хәбиров ойошма эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм активистар менән осрашыу ойошторорға тәҡдим итте.

📊 Башҡортостанда социаль контракттарҙы тормошҡа ашырыу аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә килемдең тотороҡло артыуына булышлыҡ итә. 2026 йылға планда – 4 мең самаһы социаль килешеү төҙөү, шул иҫәптән 200 килешеү махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ эшен башларға ярҙам итә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас