Ауыл уттары
+11 °С
Облачно
Новости
14 Августа , 15:37

Миҙгел сирҙәре башланды...

Әрем майын ҡулланһағыҙ ауырымаҫһығыҙ!

Миҙгел сирҙәре башланды...Миҙгел сирҙәре башланды...
Миҙгел сирҙәре башланды...

Бындай майҙы йыл һайын эшләп ҡулланығыҙ!

Әремдең өҫкө өлөштәрен генә йыйырға. Банканың яртыһына туралған (ваҡланған) үләнде һалып, өҫтөнә таҙартылмаған көнбағыш майы ҡойорға. Бер ай ҡараңғы урында тотҡас, һөҙөп алырға. Әрем майы – быуындар һыҙлағанда шәп дауа. Йәрәхәттәр урынына һөртөргә мөмкин. Һеңер тартылып, аяҡ-ҡул һыҙлағанда килешә. Шулай уҡ был май иң аҙған хәлдәге ангинаны ла дауалау көсөнә эйә икән.

ИҪКӘРМӘ! Әрем төнәтмәһе ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, бәләкәс балаларға ярамай. Шулай уҡ аҙ ҡанлылыҡ, ашҡаҙан сей яраһы һәм башҡа ҡайһы бер ауырыуҙар мәлендә лә тыйыла. Үләндәр менән дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕРГӘ ОНОТМАҒЫҘ!!!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас