+19 °С
Дождь


18 августа төндә республикала, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен, төндә һәм иртән томан. Ел көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +18, +23°, көньяҡ-көнсығышта +28° етеүе мөмкин.
19 августа урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +22, +27°.
20 августа урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, төндә яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +22, +27°.