Быйыл республика муниципалитеттары төрлө йүнәлештәге 200-ҙән ашыу сара үткәреүҙәре тураһында хәбәр иткән. Спорт, гастрономия йүнәлешле, шулай уҡ мәҙәни һәм эшлекле сараларҙың иң ҡыҙыҡлылары һәм үҙенсәлеклеләре менән «Терра Башҡортостан» порталының «Ваҡиғалар календары» бүлегендә танышырға мөмкин. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина һөйләне.
Башҡортостандың туристик потенциалын тотороҡло үҫтереү эше дауам итә. Уҙған йылда республикала 2,4 миллиондан ашыу турист булған – 2024 йылға ҡарағанда 8,2 процентҡа күберәк. Был күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында – өсөнсө, ә Рәсәйҙә 13-сө урында килә.
2026 йылдың ғинуар-июнь айҙарында ҡунаҡханаларҙа, глэмпингтарҙа һәм башҡа күмәк кешегә иҫәпләнән урындарҙа 590 мең кеше туҡталған, был былтырғы күрһәткестәрҙән 3,4 процентҡа күберәк.
– Республиканы тышҡы һәм эске туристик баҙарҙарҙа танытыу ҡоралдарының береһе булып ваҡиғалы саралар ойоштороу тора, – тип билдәләне Светлана Верещагина. – Төбәктәрҙең Күргәҙмә ғилми-тикшеренеү үҙәге йыл һайын үткәргән ваҡиғалар потенциалы рейтингында Башҡортостан дүртенсе урын биләй. Ә 2025 йылда ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге XIV Халыҡ-ара Russian Event Awards премияһында республика «Ваҡиғалар туризмы төбәге» исеменә лайыҡ булды.
Башҡортостан Башлығының ҡушыуына ярашлы, ҡалалар һәм райондар 2027 йылға бренд саралары календарын төҙөй башлаған. 28 муниципалитет был эште тамамлаған да инде.
Артабанғы алға китеш һәм үҫеш өсөн етди потенциалға эйә саралар иҫәбендә – Иван Купала байрамы (Иглин районы), «Ағиҙел – Ҡыҙҙыра» (Ағиҙел), «БәлешФест» (Бүздәк районы), «Кәкүк сәйе» (Нуриман районы) гастрофестивалдәре, «Ҡанатлы ат» (Дүртөйлө районы), «Воскресенск әйлән-бәйләне» фестивалдәре (Мәләүез районы), «Казачий спас» (Күмертау), «Узоры моего народа в полотенцах» (Көйөргәҙе районы), «Бишбалык» (Бишбүләк районы) һәм башҡалар.
Ваҡиғалы туризмды үҫтереүгә «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә лә ярҙам күрһәтелә, был осраҡта мотлаҡ шарттарҙы үтәү иҫәпкә алына – һәр сара кәмендә 10 мең тамашасы йыйырға, ә бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан берлектә финанслау 30 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
Быйыл федераль субсидиялар биш сараға йүнәлтелгән. Улар араһында – «Есть Фест» гастрофестивале һәм «На Рахате» V Халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале (Өфө), беренсе «Баҡыр» тау заводтары цивилизацияһы фестивале (Ишембай һәм Мәләүез райондары), «Бирская старина» тарихи реконструкция фестивале (Бөрө районы). Ә 4-6 сентябрҙә Стәрлетамаҡта «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтә.
Ҡала байрамдарын һәм фестивалдәрен үткәреү мөмкинлектәрен ҡала үҙәгенең туристик кодын булдырыу буйынса саралар комплексы киңәйтә. Өфөлә, Бөрөлә, Стәрлетамаҡта һәм Белоретта эстетик элементтар (яҡтыртыу, арт-объекттар), шулай уҡ йәрминкә һәм ваҡиға зоналары, мобиль сәхнәләр, туристик-мәғлүмәт үҙәктәре, тарихи фотолар менән стереоскоптар барлыҡҡа килгән. Быйыл федераль һәм республика ярҙамын «Благовещенск – урын иҫтәлеге» проекты менән Благовещенск ҡалаһы аласаҡ.
Светлана Верещагина, туристик хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү маҡсатында министрлыҡ гид-экскурсоводтарҙы аттестациялауҙы дауам итә, тип билдәләне. Муниципалитеттарҙа һәм республика буйынса эшләгән 110 белгес үҙ квалификацияһын раҫлаған да инде.
– Ысынлап та, ваҡиғалар туризмы – Башҡортостанды ла, ҡалаларыбыҙҙы ла, райондарыбыҙҙы ла танытыу өсөн бик етди инструмент. Бынан тыш, был иҡтисадтың ҙур өлөшө, һөнәрселәр һәм етештереүселәр өсөн тауарҙар һатыу мөмкинлеге, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Был йәһәттән һөҙөмтәле эшләүсе муниципалитеттар ҙа, үҫеш стадияһында булғандар ҙа бар. Һеҙҙең министрлыҡ был процестарҙы модерацияларға тейеш. Артабан, шул иҫәптән финанслауҙы йәлеп итеү буйынса федераль үҙәк менән, эште дауам итәбеҙ.