Ауыл уттары
+8 °С
Облачно
Новости
31 Августа , 17:47

Башҡортостанда Рәсәй Дәүләт Думаһына, Өфө ҡала Советына

 һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауға әҙерлек тамамлана


Төбәк биләмәһендә 2,9 миллиондан ашыу һайлаусы теркәлгән. Тауыш биреү осоронда 3 249 һайлау участкаһы эшләйәсәк.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға бер мандатлы округтар буйынса төбәк биләмәһендә төрлө партияларҙан – 45 кандидат, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға – партияларҙан өс кандидат һәм өс депутатлыҡҡа үҙ-үҙен күрһәтеүсе, Өфө ҡала Советына партияларҙан 86 кандидат һәм бер депутатлыҡҡа үҙ-үҙен күрһәтеүсе теркәлгән. Урындағы үҙидара органдарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа 198 кандидат ҡатнаша.

Билдәләп үтәйек: республика халҡы «Мобиль һайлаусы» сервисы аша һайлау ваҡытындағы адресы буйынса тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Ғаризаны территориаль һәм участка һайлау комиссиялары, күп функциялы үҙәктәр филиалдары һәм бүлексәләре 14 сентябргә тиклем ҡабул итә. Ә раҫланған иҫәп яҙмаһы булған осраҡта ғаризаны Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша электрон рәүештә бирергә мөмкин.

– Республика халҡына һайлауҙар тураһында мәғлүмәт еткереү маҡсатында 20 августа «ИнформУИК» масштаблы проекты старт алды. Уны тормошҡа ашырыуҙа участка комиссияларының 17 меңдән ашыу ағзаһы ҡатнаша. Улар 6 сентябргә тиклем тауыш биреү ваҡыты һәм формалары, һайлау участкаларының адрестары, тауыш биреү мөмкинлектәре менән таныштырыу өсөн фатирҙар буйлап йөрөп сығасаҡ. Шулай уҡ предприятиелар, ойошмалар коллективтарына ла кәрәкле мәғлүмәт еткерелә.

Башҡортостан Башлығы йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә етди иғтибар бүлергә ҡушты.

– Берлектәге эш күләме ярайһы уҡ ҙур. Оперштабта беҙ барлыҡ кәрәкле сараларҙы билдәләнек. Эске эштәр органдарының 10 мең самаһы хеҙмәткәре хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк. Бөтә көс структураларының да быға йәлеп ителеүе аңлашыла, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Муниципалитет башлыҡтарына һайлау участкаларына яҡын биләмәләрҙе тәртипкә килтерергә кәрәк.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас