Өфө мэрияһында биләмәләрҙе санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса көҙгө айлыҡтың башланыуы хаҡында иғлан иттеләр. Ул 1 ноябргә тиклем бара, тип асыҡлыҡ индерҙеләр муниципалитетта.
Айлыҡ барышында санитар йомалар ойошторола.
«Дөйөм ҡала өмәләре 12 һәм 26 сентябргә планлаштырылған. Шулай уҡ «Йәшел Башҡортостан» акцияһының көҙгө этабы була, — тип һөйләнеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә. — Өфөләр һәм предприятиеларҙың, ойошмаларҙың, учреждениеларҙың хеҙмәт коллективтарын тыуған ҡалабыҙҙың биләмәһен таҙартыуға үҙ өлөшөн индерергә саҡырабыҙ».
Таҙартыу эштәре барышында геморрагик биҙгәк буйынса эпидемиологик хәлде иҫәпкә алырға кәрәк: битлек һәм бирсәткә кейеү, ҡулдарҙы дезинфекциялау мөһим. Айырыуса урмандарҙа, парктарҙа һәм юл буйҙарында эшләгәндә хәүефһеҙлек техникаһын үтәү зарур.