Ауыл уттары
+19 °С
Дождь
Новости
1 Сентября , 11:07

Республикала финанс хеҙмәттәре буйынса бушлай консультация алырға мөмкин

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы йыл һайын 8 сентябрҙә билдәләнгән Финансистар көнө алдынан финанс хеҙмәттәрен ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» асты.

«Беҙҙең белгестәр финанс хеҙмәттәре күрһәтеү йәһәтенән ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле мәсьәләләр буйынса консультациялар, шулай уҡ финанс белеме һәм шәхси финанстарға яуаплы мөнәсәбәт мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт бирәсәк», — тип һөйләне БР сауҙа һәм хеҙмәт министры Константин Климин.
Теләгән һәр кем эш көндәрендә 8 (347) 218-09-78 телефоны буйынса бушлай консультация алырға мөмкин.

Үткәреү ваҡыты – 1 сентябрҙән 30-на тиклем.

БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының 2026 йылға ҡыҙыу бәйләнештәренең тематик планы менән бында танышырға мөмкин.

Бынан алдараҡ Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы интернетта сауҙала закон боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә өлгәште, тип хәбәр иткәйне Башинформ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас