Ауыл уттары
+19 °С
Дождь
Новости
1 Сентября , 11:04

Республикала йәшәүселәрҙе ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тураһында иҫкәрттеләр

.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанма менән 1-7 сентябрҙә республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тураһында иҫкәртте.

Бындай шарттарҙа һәр осҡон йәки ут менән һаҡһыҙ эш итеү бәләгә әүерелергә мөмкин. Ҡоро үлән һәм көслө ел ялҡындың йәшен тиҙлегендә таралыуына һәм бер нисә минут эсендә ҙур майҙандарҙы ялмап алыуына булышлыҡ итә.

Шуға күрә түбәндәгеләр ҡәтғи тыйыла:

урмандарҙа һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙә усаҡ яғыу;
ҡоро үлән, сүп-сар һәм янар материалдарҙы яндырыу;
асыҡ ут менән файҙаланыу;
һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен, шырпы һәм башҡа янғын сығанаҡтарын ҡалдырып китеү.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас