Ауыл уттары
+11 °С
Облачно
Новости
2 Сентября , 03:32

Башҡортостан Башлығы МХО яугирҙәрен бүләкләне

Башҡортостан Башлығы хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән МХО яугирҙәрен бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ике яҡташыбыҙ генерал Шайморатов орденына лайыҡ булды.

Республика менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе МХО-ла ҡатнашыусыларҙы бүләкләүҙән башланды. Башҡортостан Башлығы уҡсылар взводы командиры урынбаҫары Айнур Вәлиевҡа һәм батальон командирының ҡоралланыу буйынса урынбаҫары Фидель Ғилметдиновҡа дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Иғтибар итегеҙ, бынан ниндәй кешеләр илебеҙҙе һаҡлай!» – тине республика етәксеһе.

Бынан алдараҡ «Башинформ» йәнә ике МХО яугиренең бүләкләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.

 
 
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас