Ауыл уттары
+14 °С
Облачно
Новости
3 Сентября , 09:53

Башҡортостан Башлығы «Үҙебеҙҙең балалар» акцияһы хаҡында һөйләне

.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә БР Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы әҙерләгән видеояҙма менән уртаҡлашты.

1 сентябрҙә «Үҙебеҙҙең балалар» акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда МХО ветерандары һәләк булған яугирҙәрҙең балалары янында булды – уларҙы мәктәпкә оҙатты, ярҙам күрһәтте, бүләктәр тапшырҙы.

«Беҙҙең өсөн сит балалар юҡ. Беҙҙең геройҙарҙың балалары – беҙҙең дә балалар. Уларҙы үҫтерергә һәм аяҡҡа баҫырға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Шулай эшләү һәм шулай йәшәү – дөрөҫ һәм ғәҙел», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас