Ауыл уттары
+16 °С
Облачно
Новости
3 Сентября , 06:51

Башҡортостанда «ИнформУИК» проекты старт алды

Беҙҙең район биләмәһенә ҡараған һәр ауылда ла был проект эшләп килә.

Башҡортостанда «ИнформУИК» проекты старт алдыБашҡортостанда «ИнформУИК» проекты старт алды
Башҡортостанда «ИнформУИК» проекты старт алды

Һайлаусыларға алдағы һайлау, үҙ хоҡуҡтары һәм мөмкинлектәре тураһында «ИнформУИК» проекты белергә ярҙам итәсәк.
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа граждандарға адреслы мәғлүмәт биреү өсөн «ИнформУИК» проекты тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанда участка һайлау комиссияларының 17 меңдән ашыу ағзаһы бар. Улар 20 августан 6 сентябргә тиклем халыҡҡа шәхсән барып, түбәндәгеләрҙе һөйләйәсәк:
– тауыш биреү ваҡыты һәм формалары тураһында;
– һайлау участкалары адрестары;
– өйҙә йәки урында тауыш биреү мөмкинлеге.
«ИнформУИК»тың вәкилен нисек танырға?
Уның фирма бейсболкаһы һәм сумкаһы, һайлау логотибы менән мәғлүмәт материалдары, таныҡлығы һәм паспорты буласаҡ.
Иғтибарлы булығыҙ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас