Ауыл уттары
+16 °С
Облачно
Новости
3 Сентября , 09:49

Башҡортостанда үҫмер тиҫтерен бысаҡ менән йәрәхәтләгән

Был хәл Кушнаренко районында булған.  

Кушнаренко гимназияһында дәрес ваҡытында балалар араһында низағ сыҡҡан. Уҡыусыларҙың береһе тиҫтерен бысаҡ менән йәрәхәтләгән.

БР хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, яраланған үҫмер үҙәк район дауаханаһында ята. Ғүмеренә хәүеф янамай, табиптар уға тейешле ярҙам күрһәтә.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, икенсе үҫмер ата-әсәһе менән полиция бүлегендә. Тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Урында республика Мәғариф министрлығының кризисҡа ҡаршы бригадаһы эшләй. Хәл контролдә тотола.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас