Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш ғалимдары өсөн гранттар системаһын үҙгәрткән указға ҡул ҡуйҙы. Документ 2 сентябрҙән көсөнә инде.
Төп яңылыҡ — гранттарҙың ваҡыты бер йылдан ике йылға тиклем арттырыла. Хәҙер йәш тикшеренеүселәр ике йыл дауамында ғилми эштәр башҡарыу өсөн финанслау алырға мөмкин. Гранттарҙы түләү өсөн аҡсаның дөйөм күләме йыл һайын республика бюджеты тураһындағы законға ярашлы билдәләнәсәк.
Бынан тыш, грант алыусылар даирәһе аныҡланды. Ярҙам 35 йәшкә тиклемге ғалимдарға — республикала теркәлгән дәүләт юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмаларҙың фән кандидаттарына, аспиранттарына бирелә.
Документ шулай уҡ йәш ғалимдарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн Башҡортостан Республикаһының Гранттар буйынса советы составын яңырта. Яңыртылған составҡа республиканың алдынғы фәнни һәм белем биреү учреждениелары вәкилдәре инде.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандан өс йәш ғалим РФ президенты стипендияһын аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
Төп бит
/
Сәйәсәт
17:44 (UTC+5), 02 Сентябрь 2026
Республиканың элекке торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев – «Башспирт»тың баш инженеры
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйсән Закирова
«Башспирт»та кадрҙар үҙгәрҙе. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың элекке вице-премьеры һәм элекке торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев предприятиеның баш инженеры итеп тәғәйенләнде. Уға шулай уҡ генераль директор бурысы йөкмәтелде.
Бынан алдараҡ Өфө хакимиәтендә кадрҙар алмашыныуы тураһында билдәле булды. Эштәр идарасыһы вазифаһына Ильяс Бикбулатов тәғәйенләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
Беҙ cookies ҡулланабыҙ!