+16 °С
Облачно
Ҡырғыҙстанға эш сәфәре һуңында Рәсәй президенты илебеҙҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе.
Дәүләт башлығы Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙан һуң илебеҙҙә яңы мобилизация тулҡыны иғлан ителәсәге тураһында хәбәрҙең буш һүҙ булыуын белдерҙе.
«Буш һүҙ. Был Рәсәйгә мәғлүмәт һөжүме», — тине Рәсәй президенты журналистар менән аралашҡанда.
Владимир Путин кисә Ҡырғыҙстанда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитында ҡатнашты, шулай уҡ ике яҡлы осрашыуҙар үткәрҙе.