Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙ «каруандар йорто», «ҡунаҡ йорто» тигәнде аңлата.
– Комплекс 1838 йылдың йәйендә хәрби губернатор В.А. Перовскийҙың башланғысы менән күренекле архитектор А.П. Брюлловтың проекты буйынса төҙөлә башлай. Комплекс 1846 йылдың 30 авгусында (яңы стиль буйынса 11 сентябрҙә) асыла, төбәк һәм башҡорт йәмғиәте өсөн проекттың әһәмиәтен билдәләгән мөһим ваҡиғаға әүерелә, – тип һөйләнеләр Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Бөгөн Каруанһарай әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекты ғына түгел, ә башҡорт халҡының тарихи юлының төп этаптарын кәүҙәләндергән милли һәм рухи мәккә булып ҡала. Уның исеме мәҙәниәттә йәшәй: «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө бар, ул гәзит-журналдарҙа мәҡәләләләр исемдәрендә осрай, музыкаль һәм хореографик әҫәрҙәр авторҙарын илһамландыра.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда «Сауҙагәр 2.0» фестивале үтхаҡында хәбәр иткәйнек. Быйыл сара Стәрлетамаҡтың 260 йыллығына арнала. Фестиваль 4-6 сентябрҙә Салауат Юлаев исемендәге скверҙа ойошторола.