Ауыл уттары
+18 °С
Облачно
Новости
10 Сентября , 06:45

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәрен бүләкләне

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында тармаҡтың сағыу вәкилдәрен бүләкләнде. Тантана Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында үтте. Мәҙәниәт эшмәкәрҙәр маҡтаулы исемдәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.


Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийы солисы Азамат Тимеров һәм «Асҡар фильм» студияһы директоры Айнур Асҡаров Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артистары, яңғыҙ партиялар башҡарыусы балет артистары, сәхнә оҫталары Софья Сәйетова һәм Сергей Бикбулатов, шулай уҡ опера йырсыһы, сәхнә оҫтаһы Руслан Хәбибуллин «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Рәсәй рәссамдары ижади союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһы ағзалары Камил Буҙыҡаев һәм Вәкил Шәйхетдинов Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамдары булды.

BABY Ti исеме менән билдәле эстрада артисы Арыҫлан Тимеровҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем тапшырылды.

Күмертау ҡалаһының Концерт-театр берекмәһе концертмейстеры Фаил Кәримов, Сибай ҡалаһы мәҙәниәт йорто директорының художество бүлеге буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова, Өфө ҡалаһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбенең думбыра класы буйынса уҡытыусыһы Гөлсәсәк Шәһәрғазина «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем алды.

Хореограф Тимур Чугаев Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас