Ҡабыҙырҙан алда
Корпусын, шнурын һәм сатаһын тикшерегеҙ ярыҡ, һыныҡ, яланғас сымдар булырға тейеш түгел. Боҙолған урындары булһа, ҡулланмағыҙ.
Розетка һәм сым яҡшы булыуына инанығыҙ. Йыш ҡына контакттарҙың артыҡ йылыныуы янғын сәбәбе була.
Ҡулланмаларын уҡып сығығыҙ, төрлө моделдәрҙең үҙ үҙенсәлектәре бар.
♨ Эш ваҡытында
Йылытҡысты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бүлмәнән сыҡҡанда һүндерегеҙ.
Ҡорамалды ҡорған, мебель, ҡумталарҙан һәм башҡа янар әйберҙәрҙән кәмендә ярты метр алыҫлыҡта тотоғоҙ.
Йылытҡысты ҡапламағыҙ һәм уның өҫтөндә кейем киптермәгеҙ – был тиҙ арала артыҡ йылыныуға килтерә.
Дымлы бүлмәләрҙә һәм һыу эргәһендә урынлаштырмағыҙ.
Селтәргә артыҡ көс төшөрмәгеҙ. Йылытҡысты сәйнүк, микротулҡынлы мейес һәм башҡа ҡеүәтле приборҙар менән бергә ҡуймағыҙ.
🚫 Нимә эшләргә ярамай
Балаларға приборҙы ҡабыҙырға йәки уның эргәһендә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ (бала теймәҫлек итеп урынлаштырығыҙ).
Ҡулдан эшләнгән йәки ашыҡ-бошоҡ ремонтланған ҡоролмаларҙы ҡулланыу – хәүефле.
Бауҙы келәм аҫтына йәшереү йәки ишек уйымы аша төшөрөү. Был рәүешле сым тиҙ туҙа, замыкание хәүефе арта.
👇Ҡулланғандан һуң
Ҡорамалды йыйып ҡуйыр йәки таҙартыр алдынан тулыһынса һыуытығыҙ.
Туҙандан һаҡ ҡына һөртөгөҙ - ныҡ йылытҡанда ул да янып китеүе ихтимал.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан