+7 °С
Ясно
Башҡортостанда айыу атты ботарлаған
Благовещен районының Ошмянка ауылында ҡот осҡос хәл булған. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яланда фермерҙың атына айыу һөжүм иткән.
Социаль селтәрҙәрҙә таралған фотоларҙан күренеүенсә, ас тайыштабан атты ботарлап ташлаған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, әлеге хәлдән һуң айыуҙың күренгәне юҡ.