Яҡшы яңылыҡ: фамилияны үҙгәрткән өсөн водитель таныҡлығын алмаштырғанда медицина белешмәһе кәрәк түгел. Бына нимә эшләргә кәрәк:
❶ Водитель таныҡлығы. Беренсе тапҡыр юлға сығырҙан алда алмаштырығыҙ, сөнки яңы паспорт алғандан һуң элекке фамилияға теркәлгән таныҡлыҡ менән йөрөргә ярамай. Ғаризаны Дәүләт автоинспекцияһы йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша яҙырға мөмкин. Дәүләт пошлинаһы: 4000 һум. Кәрәкле документтар: яңы паспорт, никах таныҡлығы, иҫке водитель таныҡлығы.
❷ Транспорт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡ (СТС) һәм транспорт сараһының паспорты (ПТС). Фамилияны үҙгәрткәндән һуң 10 көн эсендә алмаштырығыҙ (яңы паспорт алғандан һуң). Быны Дәүләт автоинспекцияһы йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә эшләргә була. Дәүләт пошлинаһы: 2025 һум - ҡағыҙ ПТС, 1500 һум - электрон. Бының өсөн кәрәк: яңы паспорт, никах таныҡлығы, элекке СТС, ПТС (ҡағыҙ булһа).
❸ Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау (ОСАГО) полисы. Яңы паспорт һәм транспорт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡ алғас та яңыртығыҙ - полистағы мәғлүмәттәр яңы документтар менән тап килергә тейеш. Үҙгәрештәрҙе страховка компанияһы офисында, сайтында йәки ҡушымта аша индерергә була.
Мөһим. Һеҙ Дәүләт автоинспекцияһының теләһә ниндәй бүлексәһенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ - ҡайҙа теркәлеүегеҙ мөһим түгел.
Һаҡлап ҡуйығыҙ һәм береһе лә документтарын ваҡытында алмаштырырға онотмаһын өсөн әхирәттәрегеҙ менән бүлешегеҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан