Ауыл уттары
+13 °С
Облачно
Новости
11 Сентября , 09:53

МХО яугирына нисек Рәсәй почтаһы аша посылка ебәрергә?

 Рәсәй Почтаһының бөтә бүлексәләрендә махсус хәрби операция биләмәһенә саҡырылған хәрбиҙәргә бушлай посылкалар һалырға мөмкин.  

Нисә тапҡыр ебәреүгә ҡағылышлы сикләүҙәр юҡ, әммә һәр посылканың ауырлығы 10 килограмдан артмаҫҡа тейеш.

Адресын нисек күрһәтергә:

Тышына алыусының исем-шәрифен (төп килештә), ғәскәри частың биш һанлы номерын һәм адресын яҙырға кәрәк – Мәскәү ҡалаһы, 103400.

Ебәреү тәртибе:

❶ Почта бүлексәһенә посылканы асыҡ килеш килтерергә.
❷ Һалынған әйберҙәр исемлеген ике данала әҙерләргә – әйбер атамаларын һәм уларҙың һанын барлап сығырға (хаҡы кәрәкмәй).
❸ Беренсе исемлекте посылка эсенә һалырға, икенсеһен үҙегеҙҙә ҡалдырырға.
❹ Оператор посылкалағы әйберҙе исемлек менән сағыштыра һәм ҡумтаны хеҙмәт скотчы менән мөһөрләй.

Нимәләр ебәрергә ярамай:

иҫерткес эсемлектәр, аккумуляторҙар, пауэрбанктар, литийлы батареялар, гильзалар, дары( шул иҫәптән металл төргәктә йәки шешәләрҙә), күҙ ҡарамағына танылмаҫ әйберҙәр( мәҫәлән, тамғаланмаған һауыттар), башҡа тыйылған әйберҙәр исемлеге – Рәсәй Почтаһы сайтында: vk.cc/d1gItO

Сикләүҙәр: дарыуҙар – бер посылкала 10 төргәктән артыҡ ярамай, шыйыҡсалар – 2 литрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш.

📍Посылка һалыр өсөн иң яҡын бүлекте картала: : vk.cc/4WkfKx

Шулай уҡ ҡарағыҙ:

Рәсәй почтаһы посылкаларҙы телефон номеры буйынса тарата башланы

Рәсәй почтаһы Рәсәй Федерацияһы гербы менән флагы һүрәтләнгән почта маркалары серияһын сығарҙы

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас