Ауыл уттары
+13 °С
Облачно
Новости
11 Сентября , 09:50

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡасан йылылыҡ бирелеүе тураһында

.

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡасан йылылыҡ бирелеүе тураһында иҫкә төшөрә. Барыһы ла һауа торошона бәйле.

Әгәр ҙә тәүлегенә уртаса һауа температураһы 5 көн дауамында +8 °C булһа, йылылыҡты икенсе көнөнә бирәсәктәр.

Әммә ҡарар "автомат рәүештә" ҡабул ителмәй. Урындағы үҙидара органдары (ҡала йәки район хакимиәте) хәлде анализлай һәм йылытыу миҙгеле башланыуы тураһында рәсми ҡарар сығара. Бынан һуң тәьмин итеүсе ойошмалар системаны эшләтеп ебәрә.

🌡 Фатирҙа ниндәй температура булырға тейеш:

  торлаҡ бүлмәләрҙә +20 °C түбән булмаҫҡа
  мөйөштәге бүлмәләрҙә - +22 °C түбән булмаҫҡа

Температураны нисек үлсәргә. Фатирҙағы иң ҙур бүлмәне һайлап, уртаһына баҫығыҙ һәм иҙәндән 1 метр өҫтә температураны үлсәгеҙ.

Әгәр фатирҙа норманан һыуығыраҡ булһа, үҙегеҙҙең идарасы компанияһының авария-диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда акт төҙөйәсәктәр һәм мәсьәләне хәл итергә ярҙамлашасаҡтар.

Идарасы компанияның бәйләнештәре торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәр квитанцияһында, подъездағы иғландар таҡтаһында һәм "Дәүләт хеҙмәттәре Йорт" мобиль ҡушымтаһында бар.

Был яҙманы һаҡлап ҡуйығыҙ - көндәр һыуытҡас кәрәк булыр.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас