Ауыл уттары
+13 °С
Облачно
Новости
11 Сентября , 09:54

Ваҡытлыса теркәлеү нимәгә кәрәк

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгендә аңлаттылар.

90 көндән артыҡ даими теркәлеү адресы буйынса йәшәмәһәгеҙ, ваҡытлыса теркәлеү мотлаҡ. Уның ярҙамында дауаханаға иҫәпкә тороу, баланы балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә яҙҙырыу, ярҙам, пенсия, кредит, йәшәгән урындан дәүләт хеҙмәттәре алыу еңелерәк.

Теркәлеүһеҙ - 2 мең һумдан 5 мең һумға ҡәҙәр штраф.

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша, Күп функциялы үҙәктә йәки Эске эштәр министрлығына (паспорт өҫтәле) яҙырға мөмкин. Йәшәү хоҡуғын раҫлау (ҡуртым тураһында килешеү һәм милек хужаһының ризалығы) менән паспорт кәрәк буласаҡ. Өлөшләтә милек икән - бөтә милекселәрҙең ризалығы.

Теләһә ниндәй торлаҡ - фатир, бүлмә, ятаҡ яраҡлы.

Рәсмиләштереү мөҙҙәте - 3-6 эш көнө.

14 йәшкә тиклемге балаларҙы тик ата-әсәһе (йәки опекуны) менән генә теркәйҙәр. Ата-әсә ваҡытлыса теркәлеү үткән булһа, милексенән өҫтәлмә ризалыҡ талап ителмәй.

Үҙегеҙҙең төбәктә (даими теркәлгән) булғанда йәки яҡын туғандарығыҙҙа йәшәгән осраҡта ваҡытлыса теркәлеү кәрәкмәй.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас