Ауыл уттары
+14 °С
Облачно
Новости
14 Сентября , 17:04

Йылайыр ауылы үҙәгендә тағы ла бер спорт мөйөшө барлыҡҡа килде

Уны асыуҙа Башҡортостан Башлығы үҙе ҡатнашты.

Йылайыр ауылы үҙәгендә тағы ла бер спорт мөйөшө барлыҡҡа килдеЙылайыр ауылы үҙәгендә тағы ла бер спорт мөйөшө барлыҡҡа килде
Йылайыр ауылы үҙәгендә тағы ла бер спорт мөйөшө барлыҡҡа килде

Башҡортостан Башлығы  республика буйынса 10 яңы спорт майҙансығы эшенә старт бирҙе.

 

14 сентябрҙә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр райондарында, Күмертау, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында – «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыуға әҙерлек өсөн ете яңы майҙансыҡҡа, шулай Сибайҙа, Бәләбәйҙә һәм Өфө районында өс «аҡыллы» спорт майҙансығы эшенә старт бирҙе.

Радий Хәбиров урындарҙағы халыҡты яңы объекттар асылыуы менән ҡотланы һәм республиканың ҡала һәм райондарында физик культура менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктураның эҙмә-эҙлекле үҫтерелеүен билдәләне.

– Бик яҡшы ваҡиға. Хәйерле юлға! Алға! – тине Радий Хәбиров, йәш спортсыларға мөрәжәғәт итеп.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас