Ауыл уттары
+19 °С
Ясно
Новости
19 Сентября , 06:52

Һайлау участкаһы комиссияларының эше лә еңелдән түгел!

Уларҙың һәр кемеһенә уңыштар теләйбеҙ! Фотола Юлдыбай ауылының 2009-сы һайлау комиссияһы.

Һайлау участкаһы комиссияларының эше лә еңелдән түгел!Һайлау участкаһы комиссияларының эше лә еңелдән түгел!
Һайлау участкаһы комиссияларының эше лә еңелдән түгел!

Депутаттарҙы нисек һайлайҙар?
Дәүләт Думаһында бөтәһе 450 депутат. Уларҙы ҡатнаш пропорциональ-мажоритар система буйынса һайлайҙар: яртыһы – партия исемлектәре, яртыһы бер мандатлы округтар буйынса. Шуға күрә һайлауға килгән бөтә ил халҡы ике бюллетень аласаҡ.

Беренсеһендә – ун партиянан торған исемлек. Яҙын һәм йәйен партиялар съездар үткәрҙе, унда федераль һәм бер мандатлы округтар буйынса исемлектәргә кандидаттар күрһәтелде. Партия Дәүләт Думаһына үтһен өсөн федераль округ (бөтә Рәсәй территорияһы) буйынса һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың кәм тигәндә 5 проценты уның өсөн тауыш бирергә тейеш, ә мандаттар һаны алынған тауыштар һанына ҡарап билдәләнә.

Депутаттарҙың икенсе яртыһы бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Илдең бөтә территорияһы 225 округҡа бүленгән, уларҙың һәр береһенән Дәүләт Думаһында бер депутат буласаҡ. Шуға күрә икенсе бюллетендә аныҡ фамилияларҙан торған исемлек буласаҡ. Республикабыҙҙа алты округ булдырылған һәм һәр береһендә алтынан һигеҙгә тиклем кандидат теркәлгән. Улар араһынан иң күп тауыш йыйғаны еңеүсе була.

Уҙған кампанияла Башҡортостандан Дәүләт Думаһына 14 депутат үтте: һигеҙе – партия исемлеге буйынса, алтауһы бер мандатлы һайлау округтарынан.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас