Һайлауҙарға барып үҙ тауышыңды биреү оло быуын вәкилдәренең күңеленә һеңгәндер ҙә инде. Сөнки улар патриот рухлы, һәр эшкә яуаплы ҡарауы менән айырылып торған быуын.