Ауыл уттары
+4 °С
Облачно
Новости
2 Октября , 10:29

Башҡортостанда ғилми гранттар биреү ҡағиҙәләре яңыртылды

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғилми тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн субсидия рәүешендәге гранттар тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документҡа ярашлы, ярҙамдың йүнәлештәре үҙгәртелде: донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса тикшеренеүҙәр урынына гранттар республиканан ярҙам күрһәтелгән йүнәлештәр буйынса технологик лидерлыҡты тәьмин итеү буйынса милли проекттар сиктәрендә фундаменталь, эҙләнеү, ғәмәли ғилми тикшеренеүҙәргә йүнәлтелә. Субсидия формаһында йыл һайын тапшырыла торған гранттар булдырылды.

Гранттар түләү өсөн аҡсаның дөйөм күләме Башҡортостандың сираттағы финанс йылына һәм план осорона бюджет тураһында законы менән билдәләнә. Грант алыусыларҙы һайлау бурысы Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелде.

Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.

 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас