Ауыл уттары
+5 °С
Ясно
Новости
2 Октября , 05:59

«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән «Медицина һәм профсоюз» республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Унда табиптар һәм шәфҡәт туташтары, уларҙың эше һәм һөнәри ҡаҙаныштары, һаулыҡ һаҡлау ветерандары һәм йәш белгестәр, табиптар династияһы, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре һәм профсоюз ойошмалары эшмәкәрлеген яҡтыртҡан журналистар, редакциялар, ТВ-каналдар һәм радиолар ҡатнашты. Айырым блок медицина хеҙмәткәрҙәре араһынан МХО геройҙарына һәм фронтҡа ярҙам итеүгә арналды.

Жюри ҡарары буйынса «Башинформ» «Иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы» номинацияһында еңеүсе булды. Хәбәрсе Иван Вавилов та диплом менән бүләкләнде.

«Иң яҡшы махсус репортаж» категорияһында БСТ каналының «Честно говоря» программаһы лидер тип танылды, уның авторы һәм алып барыусыһы – мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас