Ауыл уттары
+5 °С
Ясно
Новости
2 Октября , 05:58

Өфөлә Башҡортостан телдәренең яһалма зиһен технологияларында үҫеше тикшерелде

Өфөлә Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә «Башҡортостандың тел һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы яһалма интеллект өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән презентация сессияһы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Сараны ойоштороусылар стратегик йүнәлештәрҙе һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен яһалма интеллект технологияларына берләштереүҙең артабанғы механизмдарын билдәләү маҡсатын ҡуйҙы. Осрашыуҙа БР телдәре буйынса комиссия ағзалары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, педагогтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, журналистар, студенттар һәм ошо тема менән ҡыҙыҡһыныусылар ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә сара конкрет миҫалдар һәм практик кәңәштәр менән йәнле әңгәмәгә әүерелде. Ҡатнашыусылар тел моделдәрен уҡытыуға, һанлы проекттарҙа республика телдәре һәм мәҙәниәте тураһында мәғлүмәттәрҙе файҙаланыу мөмкинлектәренә бәйле һорауҙар бирҙе.

Өфө фән һәм технологиялар университетының һанлы трансформация буйынса проректоры Айнур Хәйбуллин башҡорт теленең яһалма интеллект моделен тулыландырыуҙың хоҡуҡи механизмдары тураһында һөйләне.

БР Һанлы үҫеш министрлығының республика һанлы трансформацияһы идаралығы етәксеһе Сергей Степанов сығанаҡ материалдарҙан әҙер тел датасеттарына тиклемге юл хаҡында бәйән итте.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас